Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Индонезияның Рәсәйҙәге илсеһе Мөхәммәт Вәхит Суприяди менән осрашты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

5 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Индонезияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Мөхәммәт Вәхит Суприяди менән осрашты. Яҡтар сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади, фәнни һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе.

– Рәсәй менән Индонезияны дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Һис шикһеҙ, беҙ ошо хеҙмәттәшлекте нығытасаҡбыҙ. Илдәребеҙ парламентының юғары палаталары кимәлендә үҙ-ара эш итеү яйға һалынған, – тине Рөстәм Хәмитов. – Индонезия төбәктәре менән мөнәсәбәттәр булдыра башланыҡ. Әле Көнбайыш Ява провинцияһы менән тәүге бәйләнештәр ҡарала. Беҙгә илдәребеҙ бизнесы араһында үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе тиҙерәк булдырырға кәрәк.

Республика Башлығы һүҙҙәренсә, нефть сығарыу һәм эшкәртеү, машиналар эшләү, файҙалы ҡаҙылмалар табыу, ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтерергә мөмкин.

– Бынан тыш, беҙгә мәҙәни, гуманитар хеҙмәттәшлекте яйға һалырға кәрәк. Индонезия студенттарын беҙҙең вуздарҙа уҡытыу мәсьәләләрен тикшереү зарур, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Республикабыҙ һәм Индонезия төбәктәре араһында ошондай етди бәйләнештәр булдырыу йүнәлешендә эште көсәйтеү кәрәклеген хуплайым.

Сәнәғәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек хаҡында һүҙ йөрөткәндә, Индонезия илсеһе әлеге ваҡытта двигателдәре Өфөлә йыйылған һигеҙ Су-35 самолётын һатып алыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барылыуын билдәләп үтте. Ул шулай уҡ Өфө дәүләт нефть техник университетының Көнбайыш Яваның баш ҡалаһы Бандунг техник университеты менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеген тикшереүен хәбәр итте.

2015 йылда Башҡортостан менән Индонезия араһындағы тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 1,5 миллион доллар тәшкил иткән, ошо сумманың төп өлөшө беҙҙең республикаға тура килә.

Башҡортостандан Индонезияға синтетик каучук, турбореактив двигателдәр һәм монофенолдар оҙатыла. Беҙгә күн әйберҙәр, ҡорамалдар, кейем-һалым һәм башҡа продукция килтерелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть