Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә 970 мең самаһы кеше киҙеүгә ҡаршы прививка эшләткән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостанда 970 мең самаһы кеше киҙеүгә ҡаршы прививка эшләткән. Ләкин Иҫкәртеү прививкаларының милли календарына ярашлы республикала 1,2 миллион кешегә, шул иҫәптән 300 мең балаға прививка яһау планлаштырылған. Федераль ҡаҙна иҫәбенә төбәккә өс партия вакцина килтерелгән.

«Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә төбәк бюджеты аҡсаһына 9,5 мең доза «Гриппол плюс» вакцинаһы һатып алынған, тип аңлатма бирҙеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Халыҡты иммунизациялау өсөн һәр муниципаль берәмектә табиптар бригадаһы булдырылған. Улар кәрәкле ҡорамалдар һәм бер тапҡыр ҡуллана торған шприцтар менән тәьмин ителгән. Медицина учреждениеларында амбулатор һәм стационар ярҙам күрһәтеү өсөн вирусҡа ҡаршы препараттар, 610 үпкәне яһалма елләтеү аппараты һәм 470 пульсоксиметр бар.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүҙең 18 меңдән ашыу осрағы теркәлгән, киҙеү йоҡтороу осрағы юҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть