4 декабрь, Йәкшәмбе

05 октябрь 2016 йыл, 17:03

Башҡортостан — милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн төп майҙансыҡтарҙың береһе

фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. «Мәҙәниәттәр диалогы» Бөтә Рәсәй этнолагерында Башҡортостан вәкиле милли мәҙәниәт хаҡында һөйләне. Йәштәр слетында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе Марат Ғилманов ҡатнашты. Форум Калуга өлкәһендә уҙҙы.

Сараға Рәсәйҙең 60 төбәгенән һәм яҡын сит илдәрҙән вәкилдәр килде. Проекттың маҡсаты — мәҙәниәт-ара диалог өлкәһендә йәштәрҙең башланғыстарына ярҙам итеү, этномәҙәни күп төрлөлөктө үҫтереү һәм әүҙем ағзаларҙы илдең стратегик ҡарарҙарын әҙерләүгә йәлеп итеү.  

Марат Ғилманов хәбәр итеүенсә, аҙна буйына улар лекциялар тыңлаған, оҫталыҡ дәрестәрендә һәм семинарҙарҙа ҡатнашҡан. «Милли сәйәсәттең киләсәге» тигән стратегик сессияла республика вәкиле лагерҙа ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан мәҙәниәте менән таныштырған, башҡорт балы, ҡурай, «Урал батыр» эпосы, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Янғантау, Красноусол минераль сығанаҡтары һәм Салауат Юлаев һәйкәле тураһында һөйләгән.

Сара барышында йыйылыусылар, төркөмдәргә бүленеп, этномәҙәни өлкә эксперттары етәкселегендә Рәсәйҙең милләт-ара берҙәмлеген нығытыуға йүнәлтелгән программалар әҙерләне. Финалда 40-тан ашыу эш менән таныштырыу булды. Иң яҡшылар араһында башҡорт телен лингвопрограммалаштырыу бар, уның авторы — Башҡортостандан Илдар Ғатауллин.

Лагерҙа ҡатнашыусылар Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәтен сағылдырған сағыу номерҙар күрһәтте. Марат Ғилманов тамашасыларҙы башҡорт бейеүе менән таныштырҙы, уның тарихы хаҡында һөйләне, ҡумыҙҙа ла уйнаны.

«Башҡортостанда этнопроекттар тормошҡа ашырыла, әммә Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан уларҙың һанын арттырырға мөмкин. Был халыҡ мәҙәниәтен һаҡлауҙа ҙур роль уйнар ине. Республикала ошо эшкә тотонорға әҙер инициативалы йәштәр күп. Башҡортостан милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн төп майҙансыҡтарҙың береһе булырға тейеш», — тип билдәләне белгес.