Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Йәрминкәлә йәштәргә 2500 вакансия тәҡдим ителә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Өфөләге вакансиялар йәрминкәһендә йәштәргә 2500 буш эш урыны тәҡдим ителә. Сара 6 октябрҙә ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә ойошторола. Унда 25 предприятие һәм ойошма ҡатнашыу теләген белдергән.

Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, вакансиялар араһында сауҙа агенты, инженер, администратор, курьер, оператор, менеджер, инспектор, водитель, йөк тейәүсе һәм башҡа һөнәрҙәр бар.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.

Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты: Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть