9 декабрь, Йома

05 октябрь 2016 йыл, 16:11

Башҡортостан юлдаш телеканалының махсус репортажы «Бөтә Рәсәй-2016» фестивалендә дипломға лайыҡ булды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан юлдаш телеканалы «Бөтә Рәсәй-2016» фестивалендә «Телевизион форматта Бөйөк Ватан һуғышы тематикаһын әүҙем яҡтыртҡаны өсөн» дипломына лайыҡ булды. Жюри яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе Альбина Хәйруллинаның «Улар Тыуған иле өсөн көрәште» тип аталған махсус репортажын билдәләне. Унда йәшлектәре аяуһыҙ һуғыш йылдарына тура килгән кешеләр тураһында һүҙ бара.

«101 йәшлек Мария Курбесова беҙҙең ижади төркөмдө матур ҡыҙыл күлдәк һәм бейек үксәле туфли кейеп ҡаршы алды, — тип һөйләне Альбина Хәйруллина. — Йәш сағында уға «Девушка с характером» фильмының төп героиняһы булырға тәҡдим иткәндәр. Әммә тормош иптәше йә мин, йә фильм, тигән талап ҡуйған. Ул ғаиләһен һайлаған».

Махсус рпеортаждың геройҙары араһында 97 йәшлек Алексей Пупышев та бар, ул әле лә оҫта бейей. Һәр береһе — тарихтың яҡты бите. Улар дәртле, тормоштоң ҡәҙерен белә. Улар ысын. Баһалама ағзалары шуның өсөн республика хәбәрсеһенең эшен билдәләгән, тип хәбәр итте Башҡортостан юлдаш телеканалының матбуғат секретары Люциә Дәүлиева.

Махсус репортаждар һәр йәкшәмбе киске сәғәт 11-се 15 минутта эфирға сыға.