7 декабрь, Шаршамбы

05 октябрь 2016 йыл, 15:01

Баш ҡалала «Башҡорттар» китабының исем туйы үтә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Халыҡтар һәм мәҙәниәттәр» серияһынан «Башҡорттар» китабының исем туйы үтә. Сара 5 октябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ойошторола.

Яңы монографияла башҡорттар хаҡында дөйөмләштереүсе материалдар һәм һуңғы йылдарҙағы тикшеренеүҙәр тупланған, был уның фәнни һәм мәғлүмәти ҡиммәтен арттыра.

Томды әҙерләү идеяһының авторы — башҡорттарҙы өйрәнеүгә һәм Волга-Урал төбәге халыҡтарын тикшереүгә, этнология фәненә ҙур өлөш индергән ғалим Раил Кузеев. 2000 йылдар башында ул томдың беренсе концепцияһын төҙөй, авторҙар коллективын туплай, материалдар йыйыу һәм текстар әҙерләү башлана. Әммә уның ауырып вафат булыуы арҡаһында эш туҡтап ҡала һәм тарих фәндәре докторы Елена Данилко редакцияһы аҫтында 2010 йылда ғына тергеҙелә.

«Республиканың ҙур ярҙам күрһәтеүе арҡаһында китап өс мең дана тираж менән баҫылды, — тип һөйләй Елена Данилко. — Тимәк, уны уҡытыусылар ҙа, мәҙәниәт, музей хеҙмәткәрҙәре лә файҙалана ала, ул китапхана өҫтәлдәрендә һәм башҡорт ғаиләләренең китап кәштәләрендә үҙ урынын табасаҡ. Был — ғалим өсөн иң ҙур награда».

Хеҙмәтте Рәсәй Фәндәр академияһының Н.Н.Миклухо-Маклай исемендәге Этнология һәм антропология институты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Р.Ғ.Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән .