4 декабрь, Йәкшәмбе

05 октябрь 2016 йыл, 13:37

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваға һәйкәл ҡуйылды

фото: Тельман Әминев

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның һәйкәлен асыу тантанаһы була. Сара 14 октябргә билдәләнгән. Унда яҙыусының хеҙмәттәштәре, туғандары һәм яҡындары, Мәскәүҙә йәшәгән улы Тельман Әминев ҡатнаша.

Бейеклеге өс метрға яҡын бронза һындың скульпторы — Владимир Дворник. Һәйкәл яҙыусының исемен йөрөткән «Китап» нәшриәте һәм Өфө һөнәрҙәр һәм сервис колледжы эргәһендә урынлашҡан.

«Һәйкәлдең һөнәрҙәр колледжы алдында ҡуйылыуы ҙур мәғәнәгә эйә, — тип билдәләне Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай. — Зәйнәб Абдулла ҡыҙының «Һөнәрсе һәм өйрәнсек» тигән әҫәре бар».

Әле һәйкәл янындағы биләмәне төҙөкләндереү буйынса эштәр бара. Был урында эскәмйә һәм фонарҙар ҡуйыла, газондар төҙөлә. Сквер Зәйнәб Биишева исемен йөрөтә.

Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, прозаик, шағирә, драматург, тәржемәсе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.