10 декабрь, Шәмбе

05 октябрь 2016 йыл, 13:00

Көҙгө саҡырылышта республиканан 6000 егет илдең Ҡораллы Көстәренә оҙатыла

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Көҙгө саҡырылышта Башҡортостандан 6000 егет илдең Ҡораллы Көстәренә оҙатыла. Шуларҙың 3100 самаһы – Ҡоро ер ғәскәрҙәренә, 230-ҙан ашыуы – Һауа-йыһан көстәренә, 320-нән ашыуы – Хәрби-диңгеҙ флотына, 370-кә яҡыны – Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренә, 70-тән ашыуы – Һауа десанты ғәскәрҙәренә, 490 самаһы егет Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәренә алына. Саҡырылыш кампанияһы барышындағы бурыстар хаҡында «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында республиканың хәрби комиссары Игорь Харченко һөйләне.  

29 сентябрҙә Рәсәй Президенты «2016 йылдың октябрь-декабрендә Рәсәй Федерацияһы граждандарын хәрби хеҙмәткә саҡырыу һәм саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәт үтеүселәрҙе хәрби хеҙмәттән бушатыу тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы.  

Хәрби комиссар әйтеүенсә, тәү сиратта яҙ көнө хәрби хеҙмәткә саҡырылған егеттәр ебәрелә.

Рәсәйҙең Милли гвардияһы ғәскәрҙәренең ойошторола башлауы быйылғы кампанияның төп  үҙенсәлеге булып тора.

Егеттәрҙе Ҡораллы Көстәргә оҙатыу 20 октябрҙә башлана.