4 декабрь, Йәкшәмбе

05 октябрь 2016 йыл, 12:12

Башҡортостандың уҡытыусылар берләшмәһе һөнәри байрамын билдәләй

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Бөгөн, 5 октябрҙә, Башҡортостан уҡытыусылары үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Уҡытыусылар көнө 1994 йылда булдырылған.

Сalend.ru порталы хәбәр итеүенсә, был байрамды булдырыу мәсьәләһе 1966 йылдың 5 октябрендә Парижда уҙғарылған Уҡытыусыларҙың статусы тураһында махсус хөкүмәт-ара конференцияһында хәл ителә. Һөҙөмтәлә ЮНЕСКО һәм Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы араһында «Уҡытыусыларҙың статусына ҡағылышлы тәҡдимдәр» тигән документҡа ҡул ҡуйыла.

1994 йылдың 5 октябрендә тәүге тапҡыр Бөтә донъя уҡытыусылар көнө билдәләнә. Шул ваҡыттан бирле байрам саралары тап ошо көндә уҙғарыла.

Башҡортостан Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта дөйөм белем биреү учреждениеларында 39 мең самаһы уҡытыусы эшләй.

Мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова республика уҡытыусыларын һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Ҡотлауҙа былай тиелә: «Бөгөн беҙ ғүмерҙәрен иң изге һөнәргә арнаған кешеләрҙе тәбрикләйбеҙ. Уҡытыусыға бер ҡасан да еңел булмаған. Тормош һеҙгә һәр саҡ юғары талаптар ҡуйҙы. Ләкин бөгөн улар күп тапҡырға артты. Беҙ ҡатмарлы үҙгәрештәр заманында йәшәйбеҙ: хәҙер элеккесә уҡытыу һәм уҡыу мөмкин түгел. Мәғариф системаһы яңыра, уның йөкмәткеһе үҙгәрә, яңы стандарттар индерелә. Әммә заманса компьютер класы ла, инновациялар ҙа педагогик һәләтте, оҫталыҡты алмаштырмай. Хөрмәтле коллегалар! Эшегеҙ, ихласлығығыҙ һәм түҙемлегегеҙ, һөнәрегеҙгә булған һөйөүегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә! Яңы ижади уңыштар, һәләтле һәм рәхмәтле уҡыусылар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм именлек теләйем!».