Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала 843 йортта капиталь ремонт тулыһынса тамамланған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

1 октябргә 843 йортта капиталь ремонт тулыһынса тамамланған, шуларҙың 305-е — Өфөлә. Ремонт яһалған йорттарҙың дөйөм майҙаны 3 миллион квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә, ә унда йәшәүселәрҙең һаны 119 мең самаһы.

«Ҡышҡы осорға әҙерлек барышында 843 күп фатирлы йорттоң 540-ы ремонтланған. 407 йортта яңы ҡыйыҡ ябылған, 100 өйҙөң фасады яңыртылған, 40 йортта йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһы алмаштырылған, тип хәбәр итте «Башҡортостан төбәк операторы»ның матбуғат хеҙмәте.

Быйыл дөйөм майҙаны 4,1 миллион квадрат метрлыҡ 1063 күп фатирлы йортто тулыһынса ремонтлау күҙаллана. Шуларҙың 410-ы баш ҡалала урынлашҡан. Финанслауҙың дөйөм күләме 2,5 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.

Дөйөм алғанда, капиталь ремонт тамамланғандан һуң бер йыл эсендә 160 меңдән ашыу кеше йәшәү шарттарын яҡшыртырға тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть