8 декабрь, Кесе йома

05 октябрь 2016 йыл, 9:49

«Рәсәй-Башҡортостан» телеканалында «Алтын бишек» конкурсы финалсылары билдәләнде

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. «Рәсәй-Башҡортостан» телеканалында «Алтын бишек» конкурсы финалсылары билдәләнде. Телевизион конкурс «Иң яҡшы ауыл», «Иң яҡшы ғаилә», «Алтын ҡуллы оҫта» номинациялары буйынса республика ауылдары араһында ойошторолдо.

Дәүләкән районының Иҫке Яппар, Миәкә районының Сәфәр һәм Баймаҡ районының Мерәҫ ауылдары финалға сыҡты.

«Беҙ ярышта ҡатнашырға теләүселәрҙән байтаҡ ғаризалар ҡабул иттек. Башҡортостандағы һәр ауылдың ҡабатланмаҫ милли колориты бар. Тамашасыларҙан бик күп смс-хәбәрҙәр килә, бөгөн уларҙың һаны — туғыҙ мең самаһы», — тип билдәләне Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы филиалының милли тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе Вилдан Ғәлин.

Еңеүсе «Хәйерле иртә, республика» программаһында телефон һәм смс-тауыш биреү аша билдәләнә. Тапшырыу «Рәсәй 1 Башҡортостан» телеканалында һәр шишәмбе, кесаҙна һәм йома иртәнге сәғәт 9-ҙа эфирға сыға. 11 октябрҙә акцияға йомғаҡ яһала.