7 декабрь, Шаршамбы

04 октябрь 2016 йыл, 17:46

Өфөләге «Планета» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә ВИЧ-инфекцияға бушлай аноним тест үтеү буйынса акция башланды

фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайты

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөләге «Планета» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә ВИЧ-инфекцияға бушлай аноним тест үтеү буйынса Бөтә Рәсәй акцияһы башланды. Акцияла Иркутск, Кемеров, Барнаул, Силәбе, Екатеринбург, Пермь, Һарытау, Ҡазан һәм Түбәнге Новгород ҡалалары ҡатнаша. Баш ҡалала тесты «Спортмастер» магазины янында махсус ойошторолған урындарҙа үтергә мөмкин. Акцияны ойоштороусы — Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгесе Евгений Воронин әйтеүенсә, Өфө акцияны уҙғарыу өсөн осраҡлы һайланмаған. Ул илдең ВИЧ-инфекциялылар иң күп йәшәгән 20 төбәге иҫәбенә инә. 2016 йылда ғына Башҡортостанда ошо сир менән ауырыуҙың ике меңдән ашыу осрағы теркәлгән, сентябрҙә — 230 самаһы, аҙна һайын республикала 50-гә яҡын кеше асыҡлана.

ВИЧ-инфекциялылар Башҡортостандың барлыҡ ҡала һәм райондарында теркәлгән. Күбеһе — Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө, Благовещен, Бөрө ҡалаларында, Өфө һәм Иглин райондарында.

«Илдә ВИЧ-инфекция менән бәйле хәл бик етди ҡала. Йыл башынан 820 меңдән ашыу сирле кеше асыҡланған. Ысынында иһә уларҙың һаны 1,2 миллион самаһы, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Евгений Воронин. — Йәғни беҙ ВИЧ-инфекциялыларҙың яҡынса 25 проценты хаҡында белмәйбеҙ».

Белгес фекеренсә, тест үтеү сирҙе иҫкәртеү һәм дауалау нигеҙе булып тора. Акция 16 октябргә тиклем дауам итә.