9 декабрь, Йома

04 октябрь 2016 йыл, 17:13

Башҡорт драма театрының «Антигона» спектаклендә Хор ролен танылған актер Алмас Әмиров уйнай

фото: Башҡорт драма театрының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 4-5 октябрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында 97-се ижад миҙгелендә тәүге премьера — Жан Ануйҙың пьесаһы буйынса «Антигона» спектакле күрһәтелә. Милли сәхнәлә был сюжет беренсе тапҡыр ҡуйыла, уны башҡорт теленә Факил Мырҙаҡаев тәржемә иткән.

Спектаклде музыкаль яҡтан Ғ.Камал исемендәге Татар театрының баш режиссеры Фәрит Бикчәнтәев биҙәгән. Геройҙар бурыс һәм кешелек дәрәжәһе, мөхәббәт һәм нәфрәт, йәшәү өсөн үлем кеүек мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләй. Антигона ролен йәш акртиса Лилиә Ғәлина уйнай.

Спектакль сағыу актерлыҡ эше менән тамашасылар хәтерендә ҡаласаҡ. Театрҙың художество етәксеһе, танылған актер Олег Ханов йәнә тиран ролен, был юлы Креонды башҡара. Хор образы радио алып барыусыһы Алмас Әмировҡа бирелгән. Тамашаға билдәле һәм йәш актерҙар йәлеп ителгән: Гөлмирә Исмәғилева һәм Гөлназ Хайсарова (Исмена), Алһыу Ғәлина-Ғафарова (Ҡараусы), Гемон (Илсур Байымов), һаҡсылар  (Илдар Сәйетов, Азамат Ғафаров, Юнир Ҡоланбаев), Креондың хеҙмәтсеһе (Айнур Ситдиҡов).

Сәхнә әҫәре театрҙың баш рәссамы, «Алтын битлек» премияһына лайыҡ булған Альберт Нестеровтың үҙенсәлекле сценографияһы менән айырылып тора.