11 декабрь, Йәкшәмбе

04 октябрь 2016 йыл, 16:27

Өфөлә яңы төҙөлгән йорттарға хаҡтарҙың төшөүе теркәлгән

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. «Фатирҙар донъяһы» ресурсы мәғлүмәттәре буйынса, өсөнсө кварталда Өфөлә яңы төҙөлгән йорттарға хаҡтарҙың төшөүе теркәлгән. Беренсел баҙарҙа бер квадрат метрҙың уртаса хаҡы 11 процентҡа төшкән һәм 56,5 мең һум тәшкил иткән. Фатирҙың уртаса хаҡы дүрт процентҡа тиерлек кәмегән һәм 3,7 миллион һум тәшкил иткән.

Быйыл ғинуар айында беренсел торлаҡҡа хаҡтарҙың төшөүе биш процент сиктәрендә теркәлгән. Ул саҡта эксперттар төҙөүселәрҙең артабан да кәметеү өсөн резервтары юҡ тип иҫәпләй ине. Ысынлап та, йыл башынан үҫеш һиҙелә: дөйөм алғанда, һәр квадрат метр өсөн плюс 1,8 процент һәм уртаса фатир өсөн плюс 2,2 процент.

Уҙған кварталда Мәскәүҙә яңы төҙөлгән йорттарға хаҡ 11 процентҡа тиерлек төштө: хәҙер бер квадрат метр өсөн 227,6 мең һәм уртаса фатир өсөн 18,9 миллион һум кәрәк. Икенсе урында — Санкт-Петербург: бер квадрат метр өсөн 108,2 мең һәм уртаса фатир өсөн 7 миллион һум. Ғәҙәттәгесә, иң арзан ҡала — Магнитогорск, унда фатирҙың хаҡы уртаса 15, йыл башынан 23 процентҡа артҡан (бер квадрат метр өсөн 30,5 мең һәм фатир өсөн 1,5 миллион һум).

«Төбәктәрҙә хаҡтарҙы тикшереү күсемһеҙ милек баҙарында төрлө йүнәлештәге хәрәкәтте күрһәтте. Ҡайһы бер ҡалаларҙа торлаҡҡа хаҡ арта, икенселәрендә төшә. Мәҫәлән, Сочиҙа, Калининградта, Архангельскиҙа, Мәскәү янында ҡиммәтләнә, шул уҡ ваҡытта Ырымбурҙа, Түбәнге Тагилда, Липецкиҙа, Новокузнецкиҙа арзаная», — тип йомғаҡ яһаны аналитиктар.