Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда Яҙыусылар, шағирҙар һәм сценаристарҙың ижади союзы булдырылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда Яҙыусылар, шағирҙар һәм сценаристарҙың ижади союзы булдырылды. Йәмәғәт ойошмаһы 2016 йылдың июлендә рәсми теркәлгән.

Яңы союздың рәйесе, драматург Асҡар Ғәлиев һөйләүенсә, ойошманың маҡсаты — йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, юғары әхлаҡи йәшәү рәүешен формалаштырыу, балалар ижадын һәм ижад мәҙәниәтен үҫтереү. Йәмәғәт ойошмаһы союз авторҙарының әҫәрҙәрен тематик йыйынтыҡтарҙа баҫтырыуға, авторлыҡ хоҡуҡтарын яҡлауға, театр тамашаларын ойоштороуға һәм уларҙың әҫәрҙәре буйынса кинофильмдар төшөрөүгә булышлыҡ итәсәк. Киләсәктә яҙыусыларҙың ижади союзы конкурстарҙа ҡатнашырға, әҙәби премияларға дәғүә итергә һәм интернет-ресурс булдырырға ниәтләй.

«Беҙҙең союзға инеү өсөн художестволы ҡиммәткә эйә булған өс әҙер әҫәр тәҡдим итергә кәрәк, — тип билдәләне рәйес. — Шулай уҡ балалар ижадына ярҙам итеү өсөн йәш әҙәбиәтсе мәктәбен ойошторорға теләйбеҙ».

Яҙыусылар, шағирҙар һәм сценаристарҙың ижади союзына инергә теләүселәр үҙҙәре хаҡында мәғлүмәттәрҙе tsp_rb@mail.ru электрон почтаһына ебәрә ала. Бәйләнеш өсөн телефон: 8-917-458-68-08, 8-917-369-11-09.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть