Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 68.27 ↑

20 июль, Кесе йома

Уфа   °

Хәйбулла районында ҡояш электр станцияһын төҙөү тамамлана

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

«Хевел» компанияһының ҡояш модулдәрен етештереү буйынса Яңы Чебоксар заводы Хәйбулла районында Бүребай ҡояш электр станцияһының икенсе сираты өсөн ҡорамалдар тейәүҙе тамамланы. Районда ҡояш электр станцияһының дөйөм ҡеүәте 20 МВт тәшкил итәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Быйыл июнь-сентябрь айҙарында Бүребайҙа төҙөлөүсе объектҡа 80 меңдән ашыу ҡояш модулдәре килтерелгән. Яңы объектты ноябрь аҙағында уҡ файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Бүребай ҡояш электр станцияһының беренсе сиратын төҙөү былтыр октябрҙә тамамланды. Март айында станция электр энергияһы һәм ҡеүәттең күмәртә баҙарына сыҡты.

Бөгөн төбәктә Бүребай һәм Бөгөлсән ҡояш электр станцияларының беренсе сираты эшләй. Бынан тыш, тағы ла өс объект: Бүребай ҡояш электр станцияһының — икенсе, Бөгөлсән ҡояш электр станцияһының икенсе һәм өсөнсө сираты төҙөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть