11 декабрь, Йәкшәмбе

04 октябрь 2016 йыл, 12:18

Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары билдәле булды

фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан Башлығы Указы менән республиканың 2016 йыл өсөн әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына «Акбузат: башкирский эпос» һәм «Akbuzat: A Bashkirian Epic» китаптарында баҫылған «Аҡбуҙат» эпосына һүрәттәр серияһы өсөн М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры Айрат Тереғолов, театр-сәхнә сәнғәтен үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға ҙур өлөш индергәне, юғары башҡарыу оҫталығын күрһәткәне өсөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары Гөлсинә Мәүлекәсова һәм Илдар Маняпов лайыҡ булды.