Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә иң оҫта бейеүселәргә тәүге бейеү премияһы тапшырыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

23 октябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Russian Dance Awards 2016» беренсе бейеү премияһы тапшырыла. Был көндә ҡаланың иң яҡшы бейеү коллективтары һәм бейеүселәре бер сәхнәлә сығыш яһай. Иң яҡшылары исеменә төрлө йәштәге, йүнәлештәге һәм әҙерлекле башҡарыусылар дәғүә итә ала. Еңеүселәр «Иң яҡшы бейеү» (өлкәндәр), «Иң яҡшы бейеү» (балалар), «Иң яҡшы бейеү дуэты», «Иң яҡшы бейеү видеояҙмаһы» номинацияларында билдәләнә.

Хәҙер ҙә ҡатнашыу өсөн ғариза бирергә мөмкин, тип хәбәр итә ойоштороусылар. Әлеге ваҡытта тамашасылар премияның рәсми сайтында иң яҡшы коллективтар һәм ижади номерҙар өсөн онлайн тауыш бирә. Сығыштарҙың 42 видеояҙмаһы урынлаштырылған. Улар өсөн 20 мең самаһы кеше тауыш биргән дә инде. Тауыш биреү 20 октябрҙә тамамлана, еңеүселәр иһә финал барышында иғлан ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть