Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Республика делегацияһы «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

5 октябрҙә Мәскәүҙә «Алтын көҙ-2016» XVIII Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһен асыу тантанаһы була.

Тантанала ил, бер нисә төбәк, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы етәкселегенең ҡатнашыуы көтөлә. Күргәҙмәлә республиканың Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов етәкселегендәге рәсми делегацияһы ла ҡатнаша. Делегация составында Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко, район башлыҡтары, ауыл хужалығы идаралығы начальниктары, фермер хужалыҡтары, агросәнәғәт комплексы предприятиелары етәкселәре һәм етештереү алдынғылары бар.

Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан вәкилдәре «Алтын көҙ-2016» күргәҙмәһенең бөтә төп сараларында ҡатнаша. Улар араһында — «Тотороҡло үҫеш һәм глобаль конкурентлыҡ һәләте факторҙары: кисә, бөгөн, иртәгә» агробизнес форумы, «Рәсәй төбәктәренең ҡеүәте, агросәнәғәт комплексына инвестициялар» инвесторҙар клубы, төрлө түңәрәк өҫтәлдәр, фекер алышыуҙар, шулай уҡ Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылыш. Ул 6 октябрҙә Дәүләт Кремль һарайында уҙа.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть