11 декабрь, Йәкшәмбе

04 октябрь 2016 йыл, 9:49

Төбәктә Ҙур этнографик диктант ойошторола

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан халҡын Ҙур этнографик диктант яҙырға саҡыралар. Бының өсөн бөгөн, 4 октябрҙә, 12 майҙансыҡ эшләй. Этнография буйынса белемде онлайн тикшерергә лә мөмкин.

Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто хәбәр итеүенсә, диктант халыҡтың этнографик грамоталылығы кимәлен, Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар тураһында белемен баһаларға мөмкинлек бирәсәк. Эштәр 30 һорауҙан тора. Ҡатнашыусыларға бер төрлө тестар тәҡдим ителә. Яуаптар өсөн бөтәһе 100 балл йыйырға мөмкин.

Бөтә Рәсәй акцияһында 40 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Өфөлә акция М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында (Октябрь революцияһы урамы, 3а), Башҡорт дәүләт университетында (З.Вәлиди, 32), Башҡортостан социаль технологиялар институтында (Октябрь проспекты, 74/2) һәм киң профилле һөнәр биреү колледжында (Малая Шелководная, 3) үткәрелә. Диктантты башҡа ҡалаларҙа ла яҙырға мөмкин. Майҙансыҡтарҙың тулы исемлеге — акцияның сайтында. Шунда уҡ тестың онлайн варианты бирелә.