5 декабрь, Дүшәмбе

03 октябрь 2016 йыл, 17:22

Башҡортостан көрәшселәре «Владимир көҙө» турнирынан өс алтын миҙал алып ҡайтты

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Башҡортостан көрәшселәре Эдуард Никифировтың иҫтәлегенә арналған  «Владимир көҙө» грек-рим көрәше буйынса Бөтә Рәсәй турнирында өс алтын миҙал яуланы.

Ярышта ил төбәктәренән, шулай уҡ Белоруссиянан, Үзбәкстандан һәм Тажикстандан 300-ҙән ашыу юниор ҡатнашты.

Башҡортостан исеменән алты спортсы сығыш яһаны. Ислам Опиев, Аслан Толов һәм Фәдис Вәлитов чемпион титулына лайыҡ булды.