10 декабрь, Шәмбе

03 октябрь 2016 йыл, 16:52

Республика журналистары «Бөтә Рәсәй-2016» фестивалендә ҡатнашты

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. Башҡортостан журналистары «Бөтә Рәсәй-2016» фестивалендә ҡатнашты. Сара 26 сентябрҙән 2 октябргә тиклем Дагомыста уҙҙы. Ун бер кешенән торған делегация составына республиканан «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Венера Хәкимова, Журналистар союзы рәйесе, «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков, журналистика ветераны, танылған шағир, сатирик Марсель Сәлимов, ҡала һәм район гәзиттәре етәкселәре, хеҙмәткәрҙәре инде.

Венера Хәкимова һөйләүенсә, йолаға әүерелгән «Бөтә Рәсәй» журналистар фестивале Дагомыста 20-се тапҡыр үткәрелде. Уны Мәскәүҙәге Журналистар йорто менән берлектә Рәсәй Журналистар союзы ойошторҙо. Быйыл фестивалдең программаһы бик бай булды. Бер нисә майҙансыҡта китаптар һәм баҫмалар күргәҙмәһе, «Телевизион зәңгәр ҡунаҡхана», «Юридик ҡунаҡхана», «Билдәле журналистар клубы», «Фекер алышыу клубы», онлайн-журналистика лабораторияһы эшләне. Журналистиканың хоҡуҡ һаҡлау функцияһы, киң мәғлүмәт саралары һәм дәүләттең үҙ-ара килешеп эш итеүе, реклама тураһында ҡануниәтте үтәү һәм башҡа темаларға арналған түңәрәк өҫтәлдәр бик файҙалы булды. Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Всеволод Богданов һәм ЮНЕСКО-ның генераль директоры кәңәшсеһе Генрих Юшкявичус «Ышаныс диалогы» халыҡ-ара конференцияһында рәйеслек итте. Марсель Сәлимов яңы китаптарының исем туйын үткәрҙе.

Фестивалдә оҫталыҡ дәрестәре ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уларҙы Мәскәү дәүләт университеты деканы Елена Вартанова, Рәсәй Журналистар союзының яуаплы секретары Владимир Касютин, танылған журналистар Владимир Снегирёв, Александр Минкин, Алексей Пиманов, Лидия Графова, Георгий Зубков, Станислав Сергеев уҙғарҙы. Дәүләт Думаһының Киң мәғлүмәт саралары буйынса комитеты рәйесе Леонид Левин, Ингушетия Башлығы Юнус-Бек Евкуров, Абхазия Президенты Рауль Хаджимба фестивалдең абруйлы ҡунаҡтары булды. Бай мәҙәни программа әҙерләнгәйне, атап әйткәндә, Александр Прошкиндың «Охрана» фильмы күрһәтелде.