6 декабрь, Шишәмбе

03 октябрь 2016 йыл, 16:23

Өфөгә Индонезияның Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Мөхәммәт Вәхит Суприяди килә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостандың баш ҡалаһына Индонезияның Рәсәйҙәге илселеге вәкилдәре килә. Делегация составында — Индонезияның Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Мөхәммәт Вәхит Суприяди, министрҙар Дармаван Супарно һәм Кики Тжахджо Куспрабово. Сәфәр барышында Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсе республика етәкселеге менән осраша.

Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Венер Ғәлиәкбәров хәбәр итеүенсә, ике көнгә иҫәпләнгән программала Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең археология һәм этнография музейына барыу ҡаралған. Шишәмбе, 4 октябрҙә, делегацияның Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы, республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәкселеге менән осрашыуы планлаштырылған. Инвестор йортонда «Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Артём Киреев менән һөйләшеү була. Көндөң икенсе яртыһында делегация ағзалары Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратында Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин менән осраша.

Шулай уҡ Өфө дәүләт нефть техник университетына, М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейына, Салауат Юлаев һәйкәленә барыу ҡаралған.