8 декабрь, Кесе йома

03 октябрь 2016 йыл, 15:06

Республикала йылылыҡ өсөн түләүҙең яңы тәртибе раҫланды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәте Баҡалы, Ғафури, Дәүләкән, Илеш, Ҡыйғы, Яңауыл райондарында, шулай уҡ Бәләбәй, Приютово ҡасаба Советында, Бәләбәй районы Аксаков ауыл Советында, Салауат районы Салауат ауыл Советында, Стәрлетамаҡ районы Отрадово ауыл Советында һәм Шишмә районы Шишмә ҡасаба Советында алдағы йылда йылытыу миҙгеле барышында йылылыҡ өсөн түләү тәртибен раҫланы.

Республиканың башҡа муниципаль берәмектәрендә йыл дауамында йылылыҡ өсөн түләүҙең ғәмәлдәге тәртибе һаҡлана.

Йылытыу миҙгелендә генә йылылыҡ өсөн түләү тураһында ҡарар ҡабул ителгән муниципалитеттарҙа йылытыу миҙгелендә түләү күләме арта. Шулай итеп, күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн генә түләү билдәләнә. Иҫәп приборҙары ҡуйылмаған йорттарҙа иһә йылылыҡ энергияһын ҡулланыу нормативтары буйынса, тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.