9 декабрь, Йома

03 октябрь 2016 йыл, 14:11

Башҡорт опера театрының «Геракл» спектакле Мәскәүҙәге фестивалдә күрһәтелә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының «Геракл» спектакле Мәскәүҙә «Видеть музыку» I музыкаль театрҙар фестивалендә күрһәтелә. Иртәгә, 4 октябрҙә, Е.Колобов исемендәге «Яңы опера» театры сәхнәһендә Г.Ф.Генделдең операһы ҡуйыла. Спектаклде «Алтын битлек» Милли театр премияһының эксперт советы ла ҡарай.

Режиссер Георгий Исаакян үҙенең социаль селтәрҙәге битендә былай тип яҙҙы: «Мәскәү театрҙарына ҡунаҡсыллыҡтары өсөн рәхмәт белдерәм: был аҙнала улар фестивалдә ҡатнашыусылар үҙ сәхнәһендәге кеүек уйнаһын өсөн барыһын да эшләне. Киләһе аҙнала Екатеринбург, Өфө, Иркутск ҡалаларынан ҡунаҡтар көтәбеҙ».

Фестивалгә илдең 27 музыкаль театрынан: Дондағы Ростовтан, Краснодарҙан, Кузбастан, Башҡортостандан, Карелиянан, Ҡырым Республикаһынан, Яҡутстандан, Свердловск музыкаль комедия театрынан артистар, Б.Покровский исемендәге камера музыкаль театрҙары (Мәскәү) һәм башҡа ижади коллективтар килде. Баш ҡалала 40 спектакль күрһәтелә. Фестивалде ойоштороусы — Музыкаль театрҙар ассоциацияһы. Спектаклдәрҙең афишаһы Музыкаль театрҙар ассоциацияһының рәсми сайтында бирелгән.