5 декабрь, Дүшәмбе

03 октябрь 2016 йыл, 12:32

Мәскәүҙә «Башҡортостан» сауҙа йорто республиканың иң яҡшы продукцияһын тәҡдим итә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Мәскәүҙә «Башҡортостан» сауҙа йорто иң яҡшы республика продукцияһын тәҡдим итә. Сауҙа йорто «Фуд Сити» үҙәгендә урынлашҡан, уны асыу тантанаһы 7 октябргә билдәләнгән.

Проект республиканан ситтә агросәнәғәт комплексына ярҙам итеү маҡсатында тормошҡа ашырыла. Унда сертификацияланған аҙыҡ-түлек етештереүсе предприятиелар ҡатнаша ала, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығында.

Мәскәүҙәге магазиндың тәүге тәьминәтселәре —  Өфө ит-консерва комбинаты, Апитерапия һәм умартасылыҡ үҙәге, «Ҡарлыман продукты», «Пищепром», «Рощинский», «Миәкә» предприятиелары, шәхси эшҡыуар Әпсәләмова (дебет шәлдәр бәйләү).