10 декабрь, Шәмбе

03 октябрь 2016 йыл, 11:55

«Әсә» фильмы «Арткино» фестивалендә тамашасылар фекере буйынса иң яҡшыһы тип танылды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Әсә» фильмы «Арткино» IX Бөтә Рәсәй ҡыҫҡа метражлы автор киноһы фестиваленең «Тамашасылар фекере буйынса иң яҡшы фильм» номинацияһында еңеүсе булды. Башҡорт фильмы, иң күп тауыш йыйып, 2015 йылдың иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильмы тип танылды. Уны Башҡортостан Башлығы грантына Шәүрә Шәкүрованың сценарийы буйынса режиссер Айнур Асҡаров төшөргән.

Лидерҙар араһында Аксинья Гогтың «Путешествие Фёдора по Москве 21 века», Кирилл Плетнёвтың «Настя» (былтыр Өфөлә үткән «Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивале еңеүсеһе), Владимир Мистюковтың «Ненужное кредо» фильмдары бар ине.

«Арткино» фестивале илдең 50 ҡалаһында уҙғарыла. Лауреат исеменә лайыҡ булған фильмдар Рәсәй ҡалалары һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре буйлап турҙа ҡатнаша.