8 декабрь, Кесе йома

03 октябрь 2016 йыл, 11:15

Башҡортостан делегацияһы «Сочи-2016» Халыҡ-ара инвестиция форумында эшен тамамланы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге делегация «Сочи-2016» Халыҡ-ара инвестиция форумында үҙ эшен тамамланы.

Форум барышында төбәк-ара килешеп эш итеүҙе үҫтереү маҡсатында Башҡортостан менән Ульяновск өлкәһе араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Ульяновск өлкәһе губернаторы Сергей Морозов ҡул ҡуйҙы.

Шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте менән Idromeccanica Lucchini S.p.A. компанияһы (Италия) араһында республикала ябыҡ тупраҡта йәшелсә үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында меморандум, Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән «Өлкән быуын донъяһы» коммерцияға ҡарамаған партнерлығы араһында оло йәштәге кешеләрҙе һәм инвалидтарҙы стационар социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар буйынса совет президиумы ултырышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда моноҡалаларҙы үҫтереү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу хаҡында һөйләне.

Делегация ағзалары төбәктәрҙең экспорт ҡеүәтен арттырыу, тиҙ үҫешеүсе биләмәләр булдырыу, дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарын индереү, көрсөккә ҡаршы пландар әҙерләү кеүек мәсьәләләр буйынса фекер алышыуҙарҙа һәм сессияларҙа ҡатнашты.

Форум барышында төрлө федераль конкурстарға йомғаҡ яһалды. Мәҫәлән, республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының күп балалы һәм уңышһыҙ ғаиләләр йәшәгән фатирҙарҙы янғынды иҫкәртеү саралары менән йыһазландырыу буйынса проекты Бөтә Рәсәй социаль-иҡтисади үҫештең иң яҡшы тәжрибәләре һәм башланғыстары конкурсы еңеүсеһе булды. Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү буйынса республика программаһы иһә Бөтә Рәсәй төбәктәрҙе социаль үҫтереү программалары конкурсы еңеүсеһе тип танылды.

– Бындай форумдарҙа ҡатнашыу – республиканы үҫтереү буйынса эштең мөһим элементтарының береһе. Был – ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа башҡа төбәктәрҙең эш тәжрибәһен өйрәнеү, Башҡортостан ҡаҙаныштарын федераль кимәлдә күрһәтеү, кәрәкле эшҡыуарлыҡ бәйләнештәре булдырыу мөмкинлеге ул, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ошондай ҙур форумда ҡатнашыу беҙҙең делегация өсөн бик файҙалы булды. Илдең иң яҡшы тәжрибәләрен үҙ эшебеҙҙә, республика Хөкүмәте эшендә уңышлы ҡуллана алырбыҙ тип уйлайым.

2002 йылда төбәктәргә инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләләрен тикшереү өсөн «Сочи» халыҡ-ара инвестиция форумы ойошторолдо. Ул Рәсәй Хөкүмәте ярҙамында йыл һайын уҙғарыла. Форумда донъяның 25 иленән 10 меңгә яҡын кеше, шул иҫәптән Рәсәй төбәктәре вәкилдәре ҡатнаша.