9 декабрь, Йома

03 октябрь 2016 йыл, 10:01

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар буйынса совет президиумы ултырышында сығыш яһаны

фото: Рәсәй Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 1 октябрҙә «Сочи-2016» Халыҡ-ара инвестиция форумы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар буйынса совет президиумы ултырышында сығыш яһаны. Уны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе.

Ултырыш стратегик үҫештең төп йүнәлештәре буйынса өҫтөнлөклө проекттарҙы тормошҡа ашырғанда ил субъекттары менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләренә арналды.

Төбәк етәксеһе үҙ сығышында Башҡортостанда моноҡалаларҙы үҫтереү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу хаҡында һөйләне. Республикала алты моноҡала бар, һәм әлеге ваҡытта уларҙа хәл яйға һалына.

– Кешеләр үҙҙәрен яҡшыраҡ, ышаныслыраҡ тоя. Иртәгәһе көнгә өмөт уянды, һәм был хәлде тулыһынса үҙгәртә. Ошо ҡалаларға ысын мәғәнәһендә иғтибар итә башланылар: аҡса ла, механизмдар ҙа барлыҡҡа килде. Шундай ярҙамды күреп, әлеге ҙур булмаған ҡалаларҙа психологик мөхит үҙгәрә, – тип билдәләне төбәк етәксеһе. – Унда тормош яҡшыра. Был иң төп һөҙөмтәлер, моғайын.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, йәш проект менеджерҙары командаларының барлыҡҡа килеүе – ыңғай күренеш. Улар тейешле белем ала һәм проблемалы биләмәләрҙе үҫтереү менән шөғөлләнергә әҙер. Бынан тыш, хәҙер моноҡалаларҙа яңы эш урындарын булдырыу өсөн шарттар тыуҙырыла. Ул Күмертауҙы миҫалға килтерҙе, унда ғәмәлдәге авиация предприятиеһынан тыш, май экстракцияһы заводы һәм төҙөлөш материалдарын етештереү буйынса завод төҙөлә.

Моноҡалаларҙы үҫтереү программаһына күберәк биләмәләрҙе йәлеп итеү өсөн бюрократик процедураларҙы ябайлаштырырға һәм тиҙләтергә кәрәк, тип билдәләне республика Башлығы. Шулай уҡ программала ҡатнашыусылар өсөн талаптарҙы яңынан ҡарау зарур.

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тиҙ үҫешеүсе биләмә резиденттары өсөн критерийҙар юғары. Бөгөн параметрҙар шундай: беренсе йылда 5 миллион һумдан кәм булмаған инвестиция һалырға һәм 20 яңы эш урыны булдырырға. Быны эшләү ауырыраҡ. Ошо критерийҙар буйынса урындағы микро- һәм бәләкәй предприятиеларҙың 95 процентҡа яҡыны тиҙ үҫешеүсе биләмәнән төшөп ҡала. Талаптарҙы ике тапҡырға тиерлек кәметергә кәрәк, – тигән тәҡдим индерҙе Рөстәм Хәмитов. – Ул саҡта бик күп предприятиелар резиденттар иҫәбенә инәсәк.