10 декабрь, Шәмбе

30 сентябрь 2016 йыл, 17:22

Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге скверҙы биҙәү эштәре тамамланды

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Людмила Кузьмина/. Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге скверҙы биҙәү эштәре тамамланды. Скверға ингән саҡта ике яҡтан граниттан яһалған бер төрлө тумба ҡуйылған, уларҙа башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә «Мостай Кәрим исемендәге сквер» тип яҙылған. Һәйкәлдә алтын хәрефтәр менән башҡорт һәм рус телдәрендә «Мостай Кәримгә — Башҡортостан халҡынан» тигән яҙыу барлыҡҡа килгән. Бынан тыш, гранит постаментта Мостай Кәрим, һәйкәлдең авторҙары һәм уны асыу ваҡыты тураһында мәғлүмәттәр бар: «Мостай Кәрим (Кәримов Мостафа Сафа улы) (1919 – 2005); Башҡортостандың халыҡ шағиры; Өфө ҡалаһының почетлы гражданы; Социалистик Хеҙмәт Геройы; СССР-ҙың Дәүләт һәм Ленин премиялары лауреаты; Һәйкәл 2013 йылдың 10 октябрендә асылған; Скульпторы – Рәсәйҙең халыҡ рәссамы А.Н.Ковальчук; Архитекторы — С.З. Илембәтов».

Өфө хакимиәте ташҡа яҙыу, тәбиғи материалдан иҫтәлекле билдәләр яһау һәм уларҙы ҡуйыу буйынса эштәрҙе башҡарыуҙы Өфө ҡалаһы ҡала округының махсус хеҙмәтләндереү комбинатына йөкмәтте. Эштәр быйыл август-сентябрь айҙарында башҡарылды һәм ике датаға: 21 сентябргә (шағирҙың үлгән көнө) һәм 20 октябргә (тыуған көнө) арналды.

Шулай итеп, яҡташтарының һорауы буйынса танылған шағир һәм яҙыусының тормош йылдары, уның Тыуған ил алдындағы хеҙмәттәре, һәйкәл авторҙарының исемдәре мәңгеләштерелде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда республика Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләргә әҙерләнә.