6 декабрь, Шишәмбе

30 сентябрь 2016 йыл, 16:50

Башҡортостанда яңы Республика психотерапия үҙәге асыла

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда Республика психотерапия үҙәге асыла. Республика Хөкүмәте шундай ҡарар ҡабул итте. Республика клиник психотерапия үҙәгенең баш табибы Илгиз Тимербулатов республика Дәүләт Йыйылышында «Балалар һәм үҫмерҙәр араһында суицидтарҙы иҫкәртеү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу» темаһына үткән түңәрәк өҫтәлдә ошо хаҡта хәбәр итте.

Яңы үҙәк асыу тураһында башланғыс «Башҡортостандың 100 йыллығына — 100 объект» проектына индерелгән. Стационарҙы файҙаланыуға тапшырыу 2018 йылдың беренсе кварталына билдәләнгән. Ошондай объекттың төҙөлөүе төбәктә суицидтар һанын кәметергә булышлыҡ итергә тейеш.

«Бөтә төбәк буйынса һигеҙ муниципаль-ара үҙәкте үҙ эсенә алған илдәге берҙән-бер психотерапия үҙәге Башҡортостанда урынлашҡан. Уларҙың барыһында ла амбулатор кабинеттар, көндөҙгө һәм тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационарҙар бар. Бында күп осраҡта бушлай ярҙам күрһәтелә. Был өс кимәлле система Рәсәй өсөн уникаль», — тине Илгиз Тимербулатов.

Сығыш яһаусы әйтеүенсә, Башҡортостанда суицидтарҙы иҫкәртеү буйынса яңы программа әҙерләнгән. Әлеге ваҡытта ул профилле йүнәлештәрҙә тикшерелә.