3 декабрь, Шәмбе

30 сентябрь 2016 йыл, 16:10

Аксаков байрамына Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән ҡунаҡтар килде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә XXVI Халыҡ-ара Аксаков байрамы киң билдәләнә. Ошо дата айҡанлы саралар кисә, 29 сентябрҙә, рәссам Виктор Суздальцевтың оҫталыҡ дәресе һәм балалар өсөн «Ал сәскә» интерактив программаһы менән асылды, тип хәбәр итә Өфө ҡала Советының матбуғат хеҙмәте.

С.Т. Аксаковтың мемориаль музейында музыкаль кисә һәм М.И.Глинка исемендәге йәмғиәттең вице-президенты, пианист Владимир Рябчиков менән оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Төп саралар бөгөн, 30 сентябрҙә уҙа. М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт музейында «Абрамцево — С.Т. Аксаковтың Мәскәү янындағы имениеһы» темаһына түңәрәк өҫтәл уҙғарыла. Мәскәү дәүләт һыу транспорты академияһы һәм 11-се гимназияла Аксаков дәрестәре үтте.

Бөгөн С. Т. Аксаковтың мемориаль музейында «…Тоғро дуҫ һәм тормош иптәше…» исемле фотокүргәҙмә асыла. Ул яҙыусының тыуыуына 225 йыл тулыуға бағышланған. Бынан һуң Софья аллеяһында халыҡ байрамдары ойошторола. Сарала Өфө ҡала Советы депутаттары һәм башҡа төбәктәрҙән, сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтар ҡатнаша.

Киске сәғәт 6-ла С.Т. Аксаков һәйкәленә сәскә һалыу ҡаралған. Байрамдың икенсе көнө Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры алдында Аксаков балы менән тамамлана. Сара барышында Аксаков премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы була.

Иртәгә байрам Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондарында дауам итә. Төп тантаналар Аксаковтарҙың имениеһы урынлашҡан Надеждин ауылында уҙа.