Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Баш ҡалала Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына эштәр ҡабул ителә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы буйынса комиссияның тәүге ултырышы үтте.

2016 йылдың 1 октябренән 31 декабренә тиклем комиссия ошо премияға дәғүә итерлек әҫәрҙәр ҡабул итә. Премия үҫеп килеүсе быуынға рухи-әхлаҡи hәм ватансылыҡ тәрбиәhе биреүгә ҙур өлөш индергән өсөн ике йылға бер тапшырыла.

Конкурсҡа кәмендә бер йыл элек айырым китап итеп сығарылған, ваҡытлы матбуғатта баҫылған йәки башҡа ысул менән нәшер ителгән әҫәрҙәр ҡабул ителә. Премияға дәғүә итеүсе эштәр дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары, предприятиелар, учреждениелар, йәмәғәт берекмәләре hәм ижади союздар тарафынан тәҡдим ителә.

Документтар түбәндәге адрес буйынса тапшырыла: Өфө ҡалаhы, Туҡай урамы, 46, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, 313-сө, 419-сы бүлмәләр. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 280-80-96, 280-80-75.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть