5 декабрь, Дүшәмбе

30 сентябрь 2016 йыл, 13:03

Өфөләге Зорге урамында сыҡҡан янғында бер кеше һәләк булды

фото: шәхси сығанаҡтар | видео: шәхси сығанаҡтар

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөләге Зорге урамында сыҡҡан янғында бер кеше һәләк булды. «Башинформ» агентлығына билдәле булыуынса, бер кеше, уттан ҡасып, бинанан һикерә һәм һәләк була. Тағы ла  ике кеше зыян күрә. Шаһиттар әйтеүенсә, янғынға күрше ресторанда сыҡҡан ут сәбәпсе булыуы ихтимал. Зорге урамы ябылған.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә ваҡиға тураһында ентекле мәғлүмәттәр бар.

«Иртәнге сәғәт 11-се 20 минутта янғын һүндереү хеҙмәтенә Зорге урамында төҙөлөүсе бинаның яныуы тураһында хәбәр килә. Янғын һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр бар. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ундан ашыу кеше эвакуацияланған», — тип һөйләнеләр ведомствола.

Янғын иртәнге сәғәт 11-ҙә һүндерелгән. Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм 17 берәмек техника йәлеп ителгән.