Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советын Лида Исаргакова етәкләне

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Профсоюз федерацияһының социаль-гуманитар бүлеге мөдире, республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, педагогия фәндәре кандидаты Лида Исаргакова Башҡортостан Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы башлығы итеп тәғәйенләнде.

Быға тиклемге етәксе Михаил Бирюков вәкәләттәренең ваҡыты үтеүгә бәйле уларҙы тапшырҙы.

Белешмә. Башҡортостан Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы 2013 йылда ойошторолдо. Ул саҡта советҡа республика Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы доценты Ғәлиә Мөхәмәтйәнова етәкселек итте. Әлеге ваҡытта ул — Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының йәмәғәт контроле һәм йәмәғәт советтары менән үҙ-ара эш итеү буйынса комиссияһы рәйесе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть