10 декабрь, Шәмбе

30 сентябрь 2016 йыл, 12:01

«Аҡ тирмә» башҡорт мәҙәни үҙәгенең әүҙем ағзалары Липецк өлкәһендә булды

фото: «Аҡ тирмә» мәҙәни үҙәге

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлсәсәк Ханнанова, Вера Прокофьева/. «Аҡ тирмә» башҡорт мәҙәни үҙәгенең әүҙем ағзалары Липецк өлкәһенең Тербун районында — 1942 йылда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы урындағы халыҡты фашистар һөжүменән һаҡлаған урында булды. Ошо сәфәр барышында дивизияның һәләк булған яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған обелискта исемдәрҙе тергеҙеү буйынса ҙур эҙләнеү эше алып барылды.

2015 йылдың мартында Мәскәүҙә ойошторолған «Аҡ тирмә» башҡорт мәҙәни үҙәгенең эшмәкәрлеге концерттар менән генә сикләнмәне. 2016 йылда Еңеү көнөндә бер төркөм ҡатнашыусылар Липецк өлкәһенең Тербун районындағы туғандар ҡәберлегенә барҙы һәм һуғыш ваҡытында ошо урында урынлашҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын хөрмәтләп иҫкә алды. Урындағы халыҡ менән осрашыуҙан һуң үҙәк ағзалары башҡорт дивизияһының һәләк булған яугирҙәренең исемлеген тергеҙеүгә бәйле эҙләнеү эшен алып барыу өсөн көҙгөһөн йәнә Тербун районына килергә хәл итте. Асыҡланыуынса, ауылда ҡуйылған обелискта һәм 112-се дивизияның юғалтыуҙары хаҡында документ күсермәләрендә улар тураһында мәғлүмәттәр айырыла, һәм һәләк булған 244 яугирҙең исемдәре стелаға яҙылмаған.

Сентябрь аҙағында үҙәктең әүҙем ағзалары «Геройҙар алдында баш эйәбеҙ» проектына башланғыс һалыусы Замир Вәхитовтың саҡырыуы буйынса йәнә Тербун районында булып ҡайтты. Улар һәләк булған яугирҙәргә яңы обелиск яһауға өлгәшеү һәм Өфөнөң эҙәрмән отрядтары өсөн районда ҡаҙыу эштәре менән шөғөлләнеүгә рөхсәт алыу өсөн район хакимиәте вәкилдәре һәм урындағы халыҡ менән осрашты. Тербун районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Андрей Астафьев һәм 2-се Тербун ауылы хакимиәте башлығы Вера Болгова ҙур ярҙам күрһәтте. Сәфәр барышында «Аҡ тирмә» ағзалары урындағы музейҙы ҡараны. Район хакимиәте башлығы Сергей Барабанщиков менән осрашыуҙа 244 геройҙың исеме яҙылған яңы обелиск ҡуйыу тураһында һөйләшеп килешелде.