Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Владимир Путин Ҡораллы Көстәргә көҙгө саҡырылыш башланыуын иғлан итте

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Рәсәйҙә илдең Ҡораллы Көстәренә көҙгө саҡырылыш башлана. Дәүләт башлығы Владимир Путин «2016 йылдың октябрь-декабрендә Рәсәй Федерацияһы граждандарын хәрби хеҙмәткә саҡырыу һәм саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәт үтеүселәрҙе хәрби хеҙмәттән бушатыу тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы.  

Документҡа ярашлы, 1 октябрҙән 31 декабргә тиклем 18-27 йәшлек егеттәр хәрби хеҙмәткә саҡырылырға тейеш. Быйыл әрмегә 152 мең кеше оҙатыла.

Президент Рәсәй Хөкүмәтенә, ил субъекттарының башҡарма власть органдарына һәм саҡырылыш комиссияларына Рәсәй граждандарын хәрби хеҙмәткә саҡырыуға бәйле сараларҙы үтәүҙе тәьмин итергә ҡушты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть