7 декабрь, Шаршамбы

30 сентябрь 2016 йыл, 10:06

Көньяҡ Урал башҡорттарының үҙ телетапшырыуы барлыҡҡа килде

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Силәбе өлкәһенең төп телеканалында тәүге тапҡыр урындағы башҡорттар тураһында программа эфирға сыҡты. Көньяҡ Урал башҡорттары тормошонан һуңғы яңылыҡтар, әһәмиәтле ваҡиғалар һәм факттар – быларҙың барыһы ла урындағы тапшырыуҙа яҡтыртыла. Башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте тураһында «Уралым» программаһын аҙна һайын ҡарарға мөмкин.

Проект Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе араһындағы килешеү сиктәрендә өлкә губернаторы, республиканың Урал төбәгендәге вәкиллеге, өлкә башҡорттары ҡоролтайы ярҙамында тормошҡа ашырылған.

1990 йылдарҙа Силәбе өлкәһендә башҡорт ҡоролтайы ойошторолғандан алып әүҙем ағзалар төбәктең киң мәғлүмәт сараларында милли мәҙәниәтте һәм тарихты пропагандалау менән шөғөлләнә. Көньяҡ Уралдың баш ҡалаһында «Тыуған яҡ», «Дуҫлыҡ» гәзиттәре һәм өлкә гәзиттәрендә «Башҡорт» тигән махсус ҡушымта сығарылды. Хәҙер төбәктә «Уралым» гәзите донъя күрә, башҡортса тапшырыу эфирға сыға башланы.