11 декабрь, Йәкшәмбе

29 сентябрь 2016 йыл, 17:33

Республика халҡы бөтә Рәсәй флешмобы барышында уҡытыусыларға рәхмәт белдерә ала

фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Социаль селтәрҙәрҙә Уҡытыусы көнөнә арналған бөтә Рәсәй флешмобы башланды. Башҡортостан халҡы ла ошо акцияға ҡушыла ала. Ҡатнашыу өсөн Facebook, «Бәйләнештә» һәм Instagram биттәрендә уҡытыусыларға ҡотлау хаты яҙып, уларға рәхмәт белдерергә, иң мөһиме #рәхмәт уҡытыусы тигән билдә ҡуйырға кәрәк.

Бөтә Рәсәй акцияһының матбуғат үҙәгендә билдәләүҙәренсә, «ул мәктәп һәм юғары уҡыу йорто уҡытыусыларына ғына түгел, тренерҙарға, художество һәм музыка мәктәбе уҡытыусыларына, тәрбиәселәргә, экспедиция етәкселәренә арналған».

Акция барышында Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Түбәнге Новгород һәм Краснодар ҡалаларында тематик фотокүргәҙмәләр асыла.

Проектты ойоштороусылар — блогерҙар, хәйриә ойошмалары вәкилдәре һәм социаль селтәрҙәр менән әүҙем ҡулланыусылар.

темалар: уҡытыусы көнө