11 декабрь, Йәкшәмбе

29 сентябрь 2016 йыл, 17:11

«Сочи-2016» халыҡ-ара инвестиция форумында Башҡортостан делегацияһын Рөстәм Хәмитов етәкләне

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. «Сочи-2016» халыҡ-ара инвестиция форумында республика делегацияһын Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкләне. Сара 29 сентябрҙән 2 октябргә тиклем уҙа.

Төбәк етәксеһе дәүләт идара итеүенең яңы сифатына арналған форумдың пленар ултырышында ҡатнаша һәм Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар буйынса совет президиумы ултырышында сығыш яһай. Уны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев алып бара.

Делегацияның эш программаһында фекер алышыуҙар, эшлекле осрашыуҙар, ил төбәктәренең социаль-иҡтисади үҫеше, экспорт ҡеүәтен тормошҡа ашырыу, дәүләт-шәхси партнерлыҡ, үҫеш институттарын булдырыу мәсьәләләре буйынса сессияларҙа ҡатнашыу ҡаралған.

Форум барышында Башҡортостан илдең бер нисә төбәге һәм сит ил бизнесы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйырға ниәтләй.

Төбәктәргә инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләләрен тикшереү өсөн 2002 йылда «Сочи» халыҡ-ара инвестиция форумы ойошторола. Ул Рәсәй Хөкүмәте ярҙамында йыл һайын үткәрелә. Форумда донъяның 25 иленән 10 мең самаһы кеше ҡатнаша.