Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Санкт-Петербургта башҡорт киноһы фестивале уҙғарыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Санкт-Петербургта башҡорт киноһы фестивале уҙғарыла. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә «Аманат» башҡорт йәштәре ассоциацияһы хәбәр итә. Фестиваль Рәсәй киноһы йылына һәм «Кешегә хат» халыҡ-ара кинофестиваленә арналған.

Санкт-Петербург мәҙәниәт һәм сәнғәт университетының кинозалында анимация һәм нәфис, шул иҫәптән йәш режиссер Айнур Асҡаровтың фильмдары күрһәтелә. Сарала Өфөнән дә ҡунаҡтар — режиссер, ТЭФИ премияһы һәм халыҡ-ара фестивалдәр лауреаты Вилүрә Иҫәндәүләтова, «Башҡортостан» киностудияһының производство етәксеһе Гөлнур Ильясова ҡатнаша. Абруйлы ҡунаҡтар — Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса комитет рәйесе Олег Махно һәм Санкт-Петербургтағы Милләттәр йорто директоры Елена Кузнецова.

Фильмдар рус теленә тәржемә ителгән. Сара киске сәғәт 6-ла башлана, инеү ирекле.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть