4 декабрь, Йәкшәмбе

29 сентябрь 2016 йыл, 15:35

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙә сығымдар өсөн яңы юл барлыҡҡа киләсәк

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2017 йылда коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙә «ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйған һәм сығарған өсөн» тигән юл өҫтәлә. Әле ошо сығымдар «торлаҡты тотҡан һәм ремонтлаған өсөн» графаһына индерелгән. Был хаҡта «Российская газета» хәбәр итә.  

Хәҙерге ваҡытта сүп-сарҙы сығарған өсөн түләү тәғәйенләнмәй. Уны идара итеүсе компаниялар билдәләй һәм бер квадрат метр өсөн уртаса 2,5 һум тәшкил итә.

Киләһе йылдан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы ҡулланыу буйынса тарифтарҙы төбәк операторҙаы билдәләй. Төбәккә — бер оператор, ошо төбәктә йәшәүселәр өсөн түләү бер төрлө була.

Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Сергей Донской әйтеүенсә, төбәк операторы тендер иғлан итеү юлы менән 10 йылға һайлана. Шуның менән бергә реформанан һуң ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарған өсөн түләү артмаҫҡа тейеш.