4 декабрь, Йәкшәмбе

29 сентябрь 2016 йыл, 14:26

Башҡортостандың ике ҡалаһы тиҙ үҫешеүсе биләмә статусына дәғүә итә

фото: Олеся Серегина

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостандың ике ҡалаһы тиҙ үҫешеүсе биләмә статусын алыуы ихтимал. Дәғүәселәр — Күмертау һәм Бәләбәй. Был инвесторҙар йәлеп итергә, яңы бизнес асырға, эш урындарын арттырырға булышлыҡ итәсәк.

Тиҙ үҫешеүсе биләмә статусы биш йылға оҙайтыу мөмкинлеге менән 10 йылға бирелә һәм тиҙ үҫешеүсе биләмәләге бөтә резиденттар өсөн һалым льготаларын, ҡуртым түләүен һәм страховкалау взностары буйынса тарифты кәметеүҙе күҙ уңында тота. Инвестиция проекттары сиктәрендә минималь капитал һалыуҙарҙың сиге 5 миллион һумдан кәм була алмай, өҫтәүенә 20 эш урыны булдырылырға тейеш. Моноҡалаларҙа тиҙ үҫешеүсе биләмәләр булдырыуҙың төп маҡсаты —  иҡтисадтағы диверсификация, шуға күрә ҡала барлыҡҡа килтереүсе ойошмалар менән бәйле булмаған предприятиелар уларҙың резиденттары була ала. Республика буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, кисә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Тольятти ҡалаһына тиҙ үҫешеүсе биләмә статусы бирелеүе тураһында хәбәр итте.

Тиҙҙән Күмертау һәм Бәләбәйҙең шундай статусҡа эйә булыуы ихтимал. Мәскәүҙә ошо ҡалаларҙың идара итеүсе командалары үҙҙәренең биләмәләрен үҫтереү стратегияһын уңышлы яҡланы. Бөгөн республика Белорет (ҡала барлыҡҡа килтереүсе предприятие — Белорет металлургия комбинаты), Нефтекама («НефАЗ»),  Благовещен («Полиэф») һәм Учалы (Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты) ҡалаларының ғаризаларын бирергә әҙер. Әлеге муниципалитеттарҙағы халыҡтың һаны — 650 мең. Был республика халҡының яҡынса 16 процентын тәшкил итә. Тулайым төбәк продуктының сирек өлөшөнән күберәге ошо биләмәләрҙә етештерелә.