Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә «Иҙел» башҡорт һәм татар йыры фестивале талантлы йәштәрҙе йыя

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Иҙел» башҡорт һәм татар йыры фестивале йәнә талантлы йәштәрҙе йыя. 18 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында конкурс көнө, 19-да фестивалдең гала-концерты була.

Мәскәүҙән, Ҡырымдан һәм илдең башҡа төбәктәренән, шулай уҡ Ҡытайҙан, Ҡаҙағстандан, Латвиянан килгән конкурсанттар бер сәхнәлә сығыш яһай. Улар «башҡорт йәки татар халыҡ йыры», «башҡорт йәки татар эстрада йыры», «автор-башҡарыусы», «иң яҡшы вокаль-инструменталь ансамбль» номинацияларында көс һынаша.

Йәш артистар менән бергә «Иҙел» фестиваленең атҡаҙанған лауреаттары Зилиә Бәхтиева һәм «Әс-Сәләм» төркөмө, Нурзиә Сабитова, Лилиана Ғәзизова, Айнур «Энерджайзер» Тәҡиуллин сығыш яһай. Абруйлы ҡунаҡтар — Ринат Ибраһимов, Венера Ғәниева, Филүс Ҡаһиров, Айгөл Һағынбаева.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть