4 декабрь, Йәкшәмбе

29 сентябрь 2016 йыл, 12:35

БДМУ-ның Волонтерҙар үҙәгендә әүҙем пенсионерҙар өсөн Асыҡ ишектәр көнө уҙа

фото: БДМУ-ның Волонтерҙар үҙәге

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 1 октябрҙә Башҡорт дәүләт медицина университетының Волонтерҙар үҙәге ололар өсөн Асыҡ ишектәр көнөн үткәрә.

Сараның программаһында өлкән йәштәге ирекмәндәр өсөн мөмкинлектәр һәм проекттар презентацияһы, «көмөш» волонтерҙарҙан ижади номерҙар һәм формаль булмаған шарттарҙа аралашыу ҡаралған.

«Беҙҙең ойошма биш йылдан ашыу инде ҙур тормош тәжрибәһенә эйә кешеләр менән эшләй. Улар социаль проекттарҙа ҡатнаша: балалар менән эшләй, уҡыу курстары үтә, форумдар, конференциялар ойоштороуҙа ярҙам итә. Әммә иң мөһиме — аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, ҡала, республика һәм ил күләмендә уҙғарылған ваҡиғалар уртаһында булыу», — тип һөйләне БДМУ-ның Волонтерҙар үҙәге етәксеһе Алина Ғиззәтуллина.

«Оло йәштәге ирекмәндәр» йүнәлеше менән танышыу БДМУ-ның 10-сы корпусында көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана. Адресы: Театр урамы, 2а.