9 декабрь, Йома

29 сентябрь 2016 йыл, 11:48

Төбәк аграрийҙары Рәсәйҙең интервенция фондына 14 мең тоннанан ашыу иген һатҡан

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан аграрийҙары дәүләт интервенция фондына дөйөм суммаһы 61, 9 миллион һумлыҡ алты мең тоннанан ашыу иген һатҡан. Ике көн йомғаҡтары буйынса илдең интервенция фондына 148, 5 миллион һумлыҡ 14 мең тоннанан ашыу ашлыҡ тапшырылған.

Сираттағы сауҙа 4 һәм 5 октябргә билдәләнгән.

Тулыраҡ мәғлүмәт менән Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы сайтында танышырға мөмкин.

Алдан хәбәр ителгәнсә, республика аграрийҙары дәүләт интервенция фондына 185 мең тоннанан ашыу яңы уңыш игенен һатырға ниәтләй. Быйыл иген интервенцияһында 15 райондан 29 хужалыҡ ҡатнашыу теләген белдергән.

Рәсәйҙә иген һатыу һәм һатып алыу буйынса дәүләт интервенциялары 2001 йылдан үткәрелә. Уның маҡсаты – игенгә эске хаҡты тотороҡландырыу. Уңыш мул булған осраҡта был сара игендең артығын баҙарҙан алыу һәм хаҡтың үҫешен дәртләндереү мөмкинлеген бирә. Шуға күрә аграрийҙар юғалтыу кисермәй. Тауар интервенцияһы уңыш аҙ булған йылдарҙа дәүләт фондынан игенде баҙарға сығарыу ярҙамында хаҡты түбәнәйтеүгә иҫәпләнгән.

2009 йылдан интервенцияны үткәреү буйынса дәүләт агенты – Берләштерелгән иген компанияһы.