9 декабрь, Йома

29 сентябрь 2016 йыл, 11:14

«Башнефть» Инновация үҫешенең оҙайлы программаһын раҫланы

фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. «Башнефть» нефть компанияһы 2021-2026 йылдарға компанияның инновация үҫеше программаһын раҫланы.

«Яңылыҡтар индереү — компанияның конкурентлыҡ һәләтен күтәреүҙең мөһим ҡоралы, — тип билдәләне «Башнефть» компанияһының Директорҙар советы рәйесе, Рәсәй энергетика министрының беренсе урынбаҫары Алексей Текслер. — Программаның маҡсаты — компанияға алдынғы технологиялар индереүҙе тәьмин итәсәк ойоштороу һәм финанс механизмдарын булдырыу».

Программаның алдағы ике йылға төп бурысы — «виртуаль полигон»дың ойоштороу механизмдарын камиллаштырыу. Тышҡы инновация мөхите менән әүҙем эш итеү — программаны тормошҡа ашырыуҙың төп механизмдарының береһе.

Әлеге ваҡытта «Башнефть» М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә берлектә ғилми тикшереүҙәр алып бара.

«Сколково» фонды менән килешеүҙе тормошҡа ашырыу барышында өс инновация проекты «Башнефть» етештереү объекттарында перспективалы асыштар индереү мөмкинлектәрен һәм йүнәлештәрен билдәләү өсөн тәжрибә-сәнәғәт һынауҙары стадияһын үтә.