3 декабрь, Шәмбе

29 сентябрь 2016 йыл, 10:02

Башҡортостанда «Театр төнө» акцияһына халыҡ бик күп йыйылды

фото: Георгий Шишкин

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда һәйбәт йолаға әүерелгән «Театр төнө» акцияһына 20 меңгә яҡын тамашасы йыйылды. Был хаҡта республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Мәҙәни проектта театрҙар, мәҙәни-ял итеү үҙәктәре, Өфө сәнғәт институты, халыҡ театрҙары ҡатнашты. Ҡунаҡһарай, Music Hall 27, «Мир» сауҙа үҙәге йәлеп ителде.

Ҡатнашыусыларға театрлаштырылған тамашалар, спектаклдәр, оҫталыҡ дәрестәре, театр буйлап эскурсиялар, урам театрҙары уйындары тәҡдим ителде. Йәш тамашасылар әкиәттәр һәм анимация программалары ҡараны.

Быйыл бер нисә тематик маршрут ҡаралғайны. Журналистар махсус әҙерләнгән план буйынса Өфөнөң дүрт театрында булды.

Башҡорт опера һәм балет театрында теләге булған һәр кем декорация һәм костюмдар менән фотоға төштө. Эрмитаж залында «Шаляпин. Музыка. Театр» күргәҙмәһе дауам итте, унда А. А. Бахрушин исемендәге Театр музейы (Мәскәү) коллекцияһы раритеттарының фотокүсермәләре ҡуйылған. Греция залында театр тематикаһына «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» интеллектуаль уйыны ойошторолдо. Еңеү яулаған «Кармен» командаһына саҡырыу билеттары тапшырылды. Ҙур залда опера труппаһы солистары һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Марат Әхмәтзарипов етәкселегендәге симфоник оркестр башҡарыуында «Ҡош юлы» тип аталған концерт уҙҙы.

темалар: театр төнө