Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.08 ↓

EUR 68.00 ↑

21 июль, Йома

Уфа   °

Төбәктең мәғариф һәм медицина учреждениелары — «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 предприятиеһы һәм ойошмаһы» иҫәбендә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфө ҡалаһының 102-се башҡорт гимназияһы, 45-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе, «Альфа» шәхси мәктәбе һәм «Аҡбуҙат» балалар шифаханаһы «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 предприятиеһы һәм ойошмаһы» конкурсы еңеүселәре иҫәбенә инде. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә үтте.

«Аҡбуҙат» балалар шифаханаһы психоневрология сирҙәре менән яфаланған балаларҙы дауалауҙың алдынғы методикаһын индергән өсөн билдәләнде, тип аңлатма бирҙеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Шифахананың баш табибы Гөлшат Имаеваға «Иң яҡшы медицина учреждениеһы» номинацияһында еңеүсе дипломы һәм иҫтәлекле статуэтка тапшырылды.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, ил предприятиелары һәм ойошмалары араһында конкурс уларҙың үҫешенә булышлыҡ итеү, эштең сифатын арттырыу, учреждение белгестәренең һәм етәкселәренең квалификацияһын күтәреү маҡсатында ойошторола.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть