10 декабрь, Шәмбе

28 сентябрь 2016 йыл, 17:01

Рөстәм Хәмитов депутаттарҙы ниндәй партия ағзаһы булыуҙарына ҡарамаҫтан, хеҙмәттәшлеккә саҡырҙы

фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканан Дәүләт Думаһына яңы һайланған депутаттарҙы ниндәй партия ағзаһы булыуҙарына ҡарамаҫтан, тығыҙ хеҙмәттәшлеккә саҡырҙы. 28 сентябрҙә Өфөләге Конгресс-холда парламентарийҙар менән осрашыу булды. Һөйләшеүҙә «Берҙәм Рәсәй», КПРФ, ЛДПР, «Ғәҙел Рәсәй» һәм «Гражданлыҡ платформаһы» партияларынан депутаттар ҡатнашты, тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығы сайты.

«Бергәләп эш итеү мәсьәләһе — беҙҙең өсөн иң мөһиме. Беҙ теге йәки был партия вәкилдәренә бүленергә тейеш түгел. Һеҙҙе халыҡ һайланы. Улар бөтә депутаттар ҙа кешеләрҙең мәнфәғәттәрен яҡларға тейеш тип иҫәпләй», — тине Рөстәм Хәмитов.

Республика Башлығы һайлаусыларҙың тормоштоң яҡшырыуын көтөүен иҫкә төшөрҙө. Төбәккә республика өсөн мөһим мәсьәләләрҙе хәл итә алырҙай әүҙем депутат корпусы кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

«Барыбыҙ ҙа булған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өҫтөндә эшләргә тейешбеҙ. Шуға күрә бергәләп эшләйәсәкбеҙ. Һәммәгеҙҙе лә ниндәй партия ағзаһы булыуығыҙға ҡарамаҫтан, хеҙмәттәшлеккә саҡырам. Бөтәгеҙ ҙә республиканың, халыҡтың мәнфәғәттәрен яҡлайһығыҙ», — тип йомғаҡ яһаны Рөстәм Хәмитов.